Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Милли проекттар
13 Май 2021, 17:44
500 мең һумға тиклем заем бирелә
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала теркәлгән һәм эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған, шулай уҡ заем биреү талаптарына һәм шарттарына тап килгән бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығының Инвестиция башланғыстарына булышлыҡ итеү фондынан дәүләт финанс ярҙамы алырға хоҡуҡлы. Был ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә финанс ресурстарына эйә булыу мөмкинлеген киңәйтеү маҡсатында күрһәтелә.
Заемдар конкурс йомғаҡтары буйынса 100-500 мең һум күләмендә өс йылға тиклем бирелә. Уның шарттары һәм тапшырылырға тейешле документтар пакеты агентлыҡтың интернет селтәрендәге рәсми сайтында күрһәтелгән. Документтар 11 майҙан 1 июнгә тиклем эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы, 37, 2-се корпус, 3-сө ҡат. Ентеклерәк мәғлүмәтте (347) 224-99-99 телефоны аша алырға мөмкин.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: ufa-news.net
Сығанаҡ:
СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"