Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
12 Май 2021, 04:06

“Орленок” яңы төҫ ала

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Илеш районының Әшмән ауылы янында урынлашҡан “Орленок” балалар лагеры Башҡортостанда йыл әйләнәһенә эшләгән тәүге һауыҡтырыу лагеры буласаҡ. Май аҙағына бында күләмле реконструкция эштәре тамамланасаҡ.
Күптән түгел Илеш районында эш сәфәре менән булғанында республика Башлығы Радий Хәбиров лагерҙың 2021 йылғы йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлеген баһаланы.
Лагерь директоры Рәмзил Рәхмәтуллин төҙөкләндереү эштәренең 26 майға тамамланасағы тураһында белдерҙе. Был эштәр барышында корпустар үҙгәртеп ҡоролған, биләмә төҙөкләндерелгән, заманса спорт майҙансығы барлыҡҡа килгән, матди-техник база һиҙелерлек нығынған. Директор белдереүенсә, 216 урынға иҫәпләнгән яңы йоҡо корпусы төҙөлөшө башланған. Әлеге маҡсатта бөтәһе 153,6 миллион һум аҡса йүнәлтелгән, шуның 139 миллион һумы “Башнефть” компанияһының хәйриә өлөшө булып тора, ҡалған 14 миллион һумды республика бюджеты бүлгән. “Орленок” лагеры 3 июндән тәүге сменаны ҡабул итә аласаҡ.
Башҡортостан Башлығының махсус Указына ярашлы, 2024 йылға тиклем төбәгебеҙҙә туғыҙ ошондай лагерь асыу күҙаллана. Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, был йүнәлештә Баймаҡ, Ишембай, Салауат райондарынан ғаризалар ҡабул ителгән. Был ял үҙәктәре бер нисә район, йәғни айырым зона өсөн эшләйәсәк. Уларҙың эшмәкәрлеге ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән "Мәғариф" милли проекты ҡуйған бурыстарҙы үтәүгә лә булышлыҡ итә.
Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас