Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
12 Май 2021, 04:07

Маҡсат – ватансылыҡ тәрбиәләү

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Нуриман районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Р.С. Исмәғилев исемендәге Байгилде ауыл лицейының “Хәтер” эҙәрмәндәр отряды ағзалары, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына ярашлы, “Хәтер вахтаһы”нда ҡатнашып, Ленинград өлкәһенең Киров районына булды.
Лицейҙың 10 уҡыусыһы ун көн дауамында Ленинград блокадаһын өҙөү өсөн ҡаты һуғыш барған ерҙә ҡаҙыу эштәре менән шөғөлләнде. Командир Моратова етәкселегендәге эҙәрмәндәр өс яугирҙең һөйәктәрен тапты һәм ҡәҙер-хөрмәт менән ерләүгә тапшырҙы.
– Йәштәрҙә гражданлыҡ-ватансылыҡ тәрбиәләүҙең байтаҡ алымдары бар. Минеңсә, был йәһәттән эҙәрмәндәр хәрәкәтенең дә әһәмиәте бик ҙур. Отряд ағзалары – VII-X класс уҡыусылары һуғыш ҡорбандарының иҫтәлеген мәңгеләштереүгә тос өлөш индерҙе, ялан шарттарында йәшәү һәм эшләүҙең ауыр һынауҙарын да үҙ иңендә татыны, – тине эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Салауат Исмәғилев.
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас