Республикабыҙҙа йәшәгән ғаиләләрҙә өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуымы артыуын дауам итә, тип хәбәр итә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
2021 йылдың мартында республикала 3 919 бала донъяға килде, был үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 574 сабыйға, йәғни 17,2 процентҡа күберәк тигән һүҙ. Республика Волга буйы федераль округында тыуым үҫеше буйынса тәүге биш лидер исемлегендә. 2021 йылдың тәүге кварталында сабыйҙар тыуымы былтырғы йыл кимәлендә һаҡланды һәм 9 785 бала тәшкил итте.
Күп балалы ғаиләләрҙең артыуы, йәш ата-әсәләрҙең ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайынса сабыйҙарын лайыҡлы тәрбиәләүгә көс һалыуы һөйөнөслө хәл. Ғинуар-март айҙарында донъяға килгән 3 031 сабый тап күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнә. Үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда был 303 балаға күберәк тигән һүҙ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, демография өлкәһендә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышында 2024 йылға тиклем тыуым коэффициентын 1,7-гә тиклем арттырыуҙы, хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем кимәлен кәметеүҙе, медицина ойошмаларында кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөүҙе тәьмин итеү бурысы ҡуйылды.
Фотола һеҙ Туймазы ҡалаһында йәшәгән биш бала тәрбиәләгән Ҡорманғалиндарҙың оло ғаиләһен күрәһегеҙ.