Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Милли проекттар
12 Май 2021, 04:10

Өфөлә ниндәй урамдар төҙөкләндерелә?

#ВладимирПутин

"Өфөлә Революция һәм ҡала ситендәге тағы бер нисә урамды ремонтлаясаҡтар", - тип белдерҙе Хөкүмәт ултырышында Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ғәмәлгә ашырылған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә, 19 саҡрым оҙонлоғонда юл, ә республиканың биләмә заказы буйынса бөтәһе 18 саҡрымлыҡ дүрт участка ремонтланасаҡ. Биләмә заказы буйынса ҡала лимитына үҙгәрештәр индерелгән, йәғни Революция урамының Минһажев урамынан алып Аксаков урамына тиклемге 1,8 саҡрым арауыҡ. Бында асфальтты һәм бордюрҙы алмаштыралар. Ленин урамынан алып Цюрупа урамына тиклемге участканы ремонтлауға 28 миллион һум талап ителә, Цюрупа урамынан алып Минһажев урамына тиклемге участкаға – 53,5 миллион һум.
Шулай уҡ быйылғы юл ремонтлау программаһына дүрт участка индерелгән: ете саҡрым оҙонлоғондағы Өфө – Аэропорт трассаһы, Шакша күпере, Нижегеродкалағы Карьер урамы, Минһажев урамының 8 Март урамынан алып Чернышевский урамына тиклемге арауыҡ.
Әле Ибраһимов бульварында капиталь ремонт башланған. Шулай уҡ Парк урамында һәм Һәҙиә Дәүләтшина бульварында капиталь ремонт планлаштырылған (IV кварталда тамамланырға тейеш).
Округ Галле урамы участкаһында (335 метр) ремонт эштәре 1 сентябргә тамамланырға тейеш.
12 июнгә Өфөләге 8 март урамының Әй урамынан Минһажев урамына тиклемге, Комсомол урамының Һәҙиә Дәүләтшина урамынан Галле округына тиклемге арауыҡтағы юл тапшырылырға тейеш. Ҡалған участкаларҙа хәрәкәт 1 сентябргә тиклем асылыр тип көтөлә.
Ғөмүмән, быйыл баш ҡалала 46 саҡрым юл норматив хәлгә килтереләсәк.
Фото: Өфө ҡала хакимиәте сайтынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас