Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
10 Май 2021, 17:31

Яңы сквер ҡалҡып сығасаҡ

Өфөлә яңы сквер төҙөү өсөн 79,4 миллион һум аҡса бүленәсәк.

Хакимиәттең капиталь төҙөтөш идараһы Октябрь районына ҡараған 130-сы һанлы мәктәп биләмәһен төҙөкләндереүгә аукцион иғлан итте.
Сипайлово биҫтәһенең был урынында яңы сквер ҡалҡып сығасаҡ. Әлегә шартлы исеме – “Ҡоштар”. Башланғыс хаҡы – 79,49 миллион һум. Сығымдар Башҡортостан һәм Өфө бюджетынан алына.
“Сипайлово-2 биҫтәһендәге биләмә ташландыҡ буш урындан йәш быуын өсөн ижади биләмәгә әүерелергә тейеш. Бында 4-8 йәшлек балаларға, уларҙан өлкәнерәктәргә лә тәғәйенләнгән ике балалар майҙансығы, спорт майҙансыҡтары, амфитеатр менән сәхнә, уҡыу һәм китаптар менән алмашыу өсөн буккроссинг урыны, ғәҙәти булмаған уйын элементтары һәм арт-объекттар булдырыласаҡ”, - ти Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Радмил Мөслимов.
Проект ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
Фото: Өфө ҡала хакимиәте сайтынан
Автор: Айгөл Йәмилева
Читайте нас