Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
10 Май 2021, 17:34

Күмертау йүнселдәренә ярҙам буласаҡ

Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә күптән түгел Күмертау моноҡалаһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.

– Күп профилле биләмәләрҙәге йүнселдәр Үҙәк банктың төп ставкаһының ½ өлөшө күләмендә Башҡортостан микрокредит компанияһынан заем алыу мөмкинлегенә эйә, – тине Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов. – Бынан тыш, дәүләт комитеты әле махсус субсидиялар булдырыу мәсьәләһен ҡарай. Республика ҡаҙнаһынан бүленгән был аҡса менән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү программаларын тулыландырыу күҙаллана.
Күмертау 2016 йылдан алып йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе статусына эйә, шуға күрә ҡала резиденттары булған йүнселдәр төрлө кимәлдәге бюджеттарға һалым түләүҙәрен һәм бюджеттан тыш фондтарға бүлемдәрҙе күметеүгә, Моноҡалаларҙы үҫтереү фондынан льготалы заемға иҫәп тота ала.
2020 йыл аҙағында эшҡыуарлыҡ буйынса милли проектҡа ярашлы, Күмертауҙа “Минең бизнесым” үҙәге офисы асылғайны. Хәҙер консультация алыу, кәрәкле хеҙмәткә эйә булыу өсөн Өфөгә барыуҙың кәрәге юҡ, тип билдәләнеләр түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар.
Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/364906/
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас