Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Милли проекттар
9 Май 2021, 18:23
Киләһе сара 15 майҙа уҙғарыла
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Еңеү көнө алдынан Нуриман районында “Хәтер баҡсаһы” акцияһы үтте.
Район урман хужалығы директоры Азамат Нурғәлин әйтеүенсә, акция барышында 250 ҙур ҡарағай ағасы ултыртылды. Сара Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 80 йыллығына арналды. Ул ябай экологик акция ғына түгел, шулай уҡ тарихи ваҡиғалар тураһында иҫтәлекте һаҡларға ла булышлыҡ итә. Нуриман районында “Хәтер баҡсаһы” акцияһы нигеҙендәге киләһе ошондай сара 15 майҙа уҙғарыла.
Мәғлүм булыуынса, Нуриман урмансылығында, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы, урмандарҙы тергеҙеү һәм тулыландырыу йәһәтенән планда ҡаралған эштәр ҙә йылдам тормошҡа ашырыла.
Фото: forest.bashkortostan.ru/presscenter/news/365400
Сығанаҡ:
СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"