Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
9 Май 2021, 18:19

Беҙҙе Ғаилә аҙнаһы көтә!

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республикала 11 майҙан 16 майға тиклем Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналған тематик аҙна дауам итәсәк. Ҡала һәм райондарҙа ғаилә традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, ғаилә-транспорт травматизмын иҫкәртеүгә, ғаилә ялын ойоштороуға йүнәлтелгән саралар һәм акциялар үткәреләсәк.
Мәҫәлән, 11 майҙа балалар өсөн тауарҙар: коляска, сана, велосипед, йыһаздар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар йыйыу буйынса акция үткәреләсәк һәм ай аҙағына тиклем дауам итәсәк. Был эште “Ғаилә” үҙәктәре үҙ өҫтөнә ала.
12 майҙа “Файҙалы кәңәштәр марафоны” үткәрелә, был сара ата-әсәләргә психологик ярҙам күрһәтәсәк. Теләгән һәр кем ошо телефон аша (8-800-347-5000) шылтыратып, психологтар менән кәңәшләшә ала. “ Балаларға имтихан биргәндә нисек ярҙам итергә мөмкин?”, “Ауыр үҫмерҙәр менән нисек мөнәсәбәтте ҡорорға?”, “Уңайһыҙ темаларға нисек һөйләшергә?”, “Балалар араһындағы бәхәстәрҙе нисек көйләргә?” һәм башҡа бик күп ҡатмарлы һорауҙарға яуап таба аласаҡһығыҙ.
13 майҙа “Файҙалы иртәнге аш” акцияһы башланасаҡ, ул сәләмәт йәшәү рәүешенә ихтыяжды формалаштырыуға, дөрөҫ туҡланыуҙың ғаиләне һаҡлау һәм нығытыуҙағы роленә йүнәлтеләсәк. Табип-диетолог Зөлфиә Хәбибуллина үҙенең ғаиләһе менән тәмле һәм файҙалы иртәнге аш әҙерләйәсәк. 14 майҙа бөтә райондарҙа “Хәүефһеҙ юл - бәхетле ғаилә” республика акцияһын үткәреү планлаштырыла. 15 майҙа уҙасаҡ конкурста һәр кем ҡатнаша аласаҡ. Бының өсөн Instagram битендә #Деньсемьи2021 хэштэгы менән ғаиләгеҙ менән төшкән фотоғыҙҙы ҡуйығыҙ. Интернет-конкурста еңеүселәр Өфөләге ғаилә ресторанына саҡырыласаҡ. Төплөрәк мәғлүмәт менән Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин.
”Демография” милли проектының “Балалы ғаиләләргә финанс ярҙамы”, “Граждандарҙың сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылыш системаһын формалаштырыу” төбәк проекттарына ярашлы, көтөлгән ғүмер оҙайлығын 67 йәшкә еткереү, хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡ араһында үлем күрһәткесен кәметеү бурысы ҡуйылған. Был мәсьәлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында ла сағылыш тапты.
Фото:Ufimnivy.rbsmi.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас