Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
7 Май 2021, 14:20

Өс проект – өсөһө лә мөһим

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Ошо көндәрҙә Белорет районы хакимиәтендә уҙғарылған сарала өс инвестиция проекты ҡаралды.
Беренсе проект инициаторы балалар һәм ғаиләләр өсөн ял базаһын булдырырға ниәт итә. Унда атта йөрөтөү ойоштороласаҡ, һыбай йөрөргә өйрәтәсәктәр, балалар һәм ғаилә байрамдарын үткәреү өсөн шарттар тыуҙырыласаҡ. Проект авторы ҡала ситендә төҙөлөш өсөн ер участкаһы бүлеүҙәрен һорай. Хакимиәт башлығы Андрей Иванюта проект менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе, төрлө варианттарҙы ҡарарға ҡушты.
Икенсе проект буйынса инициатор ҡала үҙәгендә шарҙар, атрибутика менән палатка ҡороп, стационар булмаған сауҙа нөктәһе урынлаштырырға уйлай. Башлыҡ эшҡыуар менән проект буйынса документтарҙы йәнә бер ҡабат ҡарап сығырға кәңәш итте.
Өсөнсө бизнес-проект авторы ҡала ситендә стационар булмаған йәмәғәт туҡланыуы объекты урынлаштырырға планлаштыра. Уға ер участкаһын ҡуртымға алыу буйынса сауҙала ҡатнашыу тәртибе өйрәтелде.
Фото: Белорет хакимиәте сайтынан.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас