Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
6 Май 2021, 04:30

Күптән көтәләр ине

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Баймаҡ районының Йәрмөхәмәт ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. Был хаҡта төбәк Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә хәбәр итте.
Быға тиклем республика Башлығы эш сәфәре менән был төбәккә килгән сағында урындағы халыҡ ауылдағы фельдшер-акушерлыҡ пунктының янып китеүен, ә иң яҡын урынлашҡан ФАП-тың алыҫ – 12 километрҙа, Ярат ауылында урынлашыуын хәбәр иткән һәм ауылда яңы пункт төҙөү ихтыяжы ҙур икәнлеген белдергән.
Һөҙөмтәлә, яңы ФАП ағымдағы йылдың апрель аҙағында сафҡа индерелгән. Унда тәжрибәле медицина хеҙмәткәре, 32 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған Гөлниса Ишҡыуатова эшләйәсәк.
Былтыр Башҡортостанда 120 фельдшер-акушерлыҡ һәм табиплыҡ амбулаториялары асылған, улар барыһы ла заман талаптарына яуап бирә. Быйыл тағы ла 65 модулле пункт асыу планлаштырыла.
— Медицина ярҙамы кешеләргә яҡыныраҡ булһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Коронавируслы йылда ҡайһы бер объекттарҙы төҙөүҙе кисектерергә тура килде. Әммә барлыҡ вәғәҙәләрҙе үтәргә тырышасаҡбыҙ, – тип белдергән төбәк етәксеһе Радий Хәбиров.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына килгәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған был ғәмәлгә ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла.
Фото: bashinform.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас