Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
3 Май 2021, 05:51

Май байрамдарында "Һөт кухняһы" нисек эшләй?

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Май байрамдарына бәйле Башҡортостанда “Һөт кухняһы”ның эш ваҡыты үҙгәрҙе.
1-3 майҙа, 8-10 майҙа һәм 13 майҙа барлыҡ һөт ризыҡтары таратыу пункттары ял итә. 4 майҙан 7-һенә тиклем улар ҡәҙимге режимда эшләйәсәк. Ял көндәренә тейешле бушлай аҙыҡ-түлек нормаһы артабан ай дауамында тигеҙ итеп бүлеп биреләсәк.
Дәүләт дарыуханалары базаһында урынлашҡан һөт ризыҡтары таратыу пункттарына, үрҙә билдәләүебеҙсә, 4-7 май арауығында ғәҙәти графикка ярашлы мөрәжәғәт итергә мөмкин. Әммә түбәндәге адрестар буйынса урынлашҡандары был көндәрҙә эшләмәйәсәк: Асҡын, Октябрь урамы, 3; Бүздәк, Киров урамы, 7; Борай, Совет урамы, 20/1; Бишбүләк, Үҙәк урам, 53; Үрге Йәркәй, Пушкин урамы, 1; Үрге Тәтешле, Ленин урамы, 39; Иҫәнғол, Совет урамы, 13а; Ҡалтасы, К. Маркс урамы, 51; Ҡариҙел, Ленин урамы, 17; Ҡыҙыл Шишмә (Нуриман районы), Нуриманов урамы, 30; Ҡырғыҙ-Миәкә, Совет урамы, 11; Мишкә, Ленин урамы, 98; Мораҡ, З. Биишева урамы, 76; Иҫке Балтас, Совет урамы, 25; Иҫке Собханғол, Ленин урамы, 90; Стәрлебаш, К. Маркс урамы, 10; Федоровка, Социалистик урам, 11; Саҡмағош, Ленин урамы, 75; Шаран, Үҙәк урам, 19.
Был пункттарҙа һөт ризыҡтары таратыу эше 11 майҙа башлана. Тулыраҡ мәғлүмәт кәрәкһә, milkrb.ru сайтына, Инстаграмда «Молочные кухни» @molochnayakukhnyarb аккаунтына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Шулай уҡ 8 (347) 246-55-01 телефонына шылтыратып та, кәрәкле мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бар.
Белеүебеҙсә, Башҡортостанда “Һөт кухняһы” эшмәкәрлеге һуңғы йылдарҙа ныҡлы яйға һалынды. Был башланғыс ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға тулыһынса яуап бирә.
Фото: ogorodnik.com
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас