Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
3 Май 2021, 05:56

Дим биҫтәһендә төп урамдарҙың береһе яңыра

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендәге төп урамдарҙың береһе һаналған Ухтомскийҙа юл төҙөкләндереү эштәре башланды.
Күләмле ремонтҡа тотоноуға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты булышлыҡ иткән. Яңыртылған юлдың дөйөм япмаһы 1,8 километр тәшкил итәсәк.
Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков билдәләүенсә, әлеге милли проект халыҡ өсөн хәүефһеҙ һәм сифатлы мөхит булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. 2024 йылға тиклем республиканың барлыҡ ҡалаларындағы юлдарҙың 85 процентын норматив талаптарға еткереү бурысы ҡуйылған.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Радмил Мөслимов әйтеүенсә, ремонт эштәре ваҡытында Ухтомский урамының ярты өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылып торасаҡ.
Бынан тыш, әлеге милли проектҡа ярашлы, баш ҡаланың тағы туғыҙ урамында юлдар яңырасаҡ. Улар – Ветошников, Николай Дмитриев, Район, Әрмән, Эшсе, Выгонная, Ухтомский урамдары, шулай уҡ Нуғай һәм Алексеевка йүнәлешендәге шосселар.
Ухтомский урамындағы эштәрҙе 15 сентябргә тиклем тамамлау бурысы ҡуйылған.
Фото: mgazeta.com
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас