Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбировтың һәр кесаҙна төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү, уларға уңайлы инвестиция мөхите булдырыу, эшҡыуарлыҡ өсөн отошло шарттар тәҡдим итеү маҡсатында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү бурысы район-ҡалаларҙа уңышлы тормошҡа ашырыла.
Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында ла "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" үтте. Ул “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты бурыстары нигеҙендә атҡарыла. Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов ҡатнашлығында үткән сираттағы кәңәшмәлә ике проект тәҡдим ителде.
Тәүгеһе - эшҡыуар Гүзәл Тойғонованыҡы. Ул торт һәм кондитер изделиелары етештереү буйынса проект менән сығыш яһаны. Инвестиция күләме - 510 мең һум. Ике кешегә эш урыны ла тәҡдим итә эшҡыуар. Уның белдереүенсә, "татлы" бизнестың киләсәге бар, сөнки кеше йыл әйләнәһенә тыуған көн, төрлө байрамдар, күңел асыу сараларын йыш үткәрә, әммә был идеяны тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙамы талап ителә.
Икенсе проект менән сығыш яһаған Александр Тян корей һәм япон кухняларын киңәйтеү тәҡдиме менән сыҡты. Уны тормошҡа ашырыу хаҡы - 250 мең һум. Шулай уҡ ике кешегә эш урыны булдырыу ҡарала. Был халыҡтарҙың аш-һыуын сибайҙар яратып ҡабул итә, экзотик кухняны үҙ итеүселәр ҙә күп. Шуға күрә уны артабан киңәйтеү маҡсатында урын кәрәк, ти эшҡыуар.
Бындай сараларҙың барыһы ла “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Ул биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото: Сибай ҡалаһы хакимиәте сайты.