Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
2 Май 2021, 07:36

Көйөргәҙелә парк яңыра

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылындағы мәҙәниәт һәм ял паркы урындағы халыҡтың яратҡан ял биләмәһенә әйләнгән. Бында район күләмендәге саралар, халыҡ байрамдары йыш үткәрелә.
Был парктың барлыҡҡа килеү тарихы бик үҙенсәлекле. Уға 1850 - 1860 йылдарҙа урындағы алпауыт Ипполит Шотт тарафынан нигеҙ һалынған. Ял биләмәһенең дөйөм майҙаны 10,2 гектар ерҙе биләй. Ул 1988 йылда Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелеп, тәбиғәт һәйкәле тип иғлан ителгән.
Быуат ярымдан ашыу тарихҡа эйә парк бөгөн төҙөкләндереүҙе талап итә. Ошоно иҫәптә тотоп, быйыл “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһына ярашлы, Шотт паркында ҙур эштәр башланған. Был программа ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Әлеге көндә бында тротуар ситтәренә бордюрҙар ҡуйыла. Шулай уҡ паркка ингән урында асфальтты яңыртыу, йәйәүлеләр, велосипедсылар өсөн юлдар һалыу, төп ҡапҡаны һәм ҡойманың бер өлөшөн алмаштырыу, парк өсөн тәғәйенләнгән фонарҙар, яңы эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары, шулай уҡ видеокүҙәтеү ҡорамалдары ҡуйыу планға алынған.
Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белгестәре 2022 йылда Шотт паркында яр буйы биләмәһен йәки Граждандар һуғышы геройҙары иҫтәлегенә булдырылған скверҙы төҙөкләндереү күҙалланыуы хаҡында белдерҙе. Әлеге объекттар өсөн Бөтә Рәсәй берҙәм платформаһында http://2.gorodsreda.ru/ тауыш бирергә мөмкин. Тауыш биреү ағымдағы йылдың 30 майына тиклем дауам итәсәк. Иң күп тауыш йыйған объекттарҙы төҙөкләндереүгә үрҙә әйтеп үтелгән программаға ярашлы аҡса бүленәсәк.
Фото: kuyurgaza.bashkortostan.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас