"Демография" милли проекты бурыстарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” маҡсатлы федераль программаһы буйынса күптән түгел Баймаҡ районда йәшәгән 23 йәш ғаиләгә торлаҡ сертификаты тапшырылды.
Йорт һалыу өсөн тәғәйенләнгән социаль түләүҙәр ауыл ерендә йәшәгән һәм эшләгән йәш ғаиләләргә, белгестәргә бирелә. Илдә демографик хәлде иҫәпкә алып, уға тәү сиратта күп бала тәрбиәләүселәр хоҡуҡлы. Бәхетлеләргә сертификатты район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙе тапшырҙы.
"Һеҙҙең менән бергә беҙ ҙә ҡыуанабыҙ. Өйҙәрегеҙҙә балаларҙың шат тауыштары яңғыраһын, бәхетле ғүмер итегеҙ", -тине ул үҙенең ҡотлау телмәрендә.
Районда 2007 йылдан алып эшләп килгән "Торлаҡ менән тәьмин итеү һәм торлаҡ-хужалыҡ хеҙмәте түләүе өсөн граждандарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү" ведомство маҡсатлы һәм "Рәсәй граждандарын арзан һәм уңайлы торлаҡ менән тәьмин итеү һәм коммуналь хеҙмәт түләүе өсөн ярҙам күрһәтеү" федераль программалары йәш һәм күп балалы ғаиләләргә ҙур булышлыҡ күрһәтә. Ошо йылдар дауамында райондың 243 ғаиләһе торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса ярҙам алған. Бының өсөн район, республика, федераль ҡаҙнанан 20 миллиондан ашыу һум аҡса бүленгән.
Билдәле булыуынса, "Демография" милли проектының төп маҡсаты ғаиләләрҙең тормош шарттарын яҡшыртып, тыуымды арттырыуға ҡайтып ҡала.
Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.