Башҡортостанда ил Президенты Владимир Путиндың май указдары һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырылған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты объекттарында ремонт эштәре башҡарғанда яңы, заманса технологиялар ҡулланыласаҡ. Мәҫәлән, юлдар һәм тротуарҙарҙың асфальт-бетон япмаһының өҫкө ҡаты Superpave күләмле проектлауы буйынса яһалған асфальт менән түшәләсәк. Уның төп үҙенсәлеге шунда – япма транспорт хәрәкәтенең көсөргәнешлеген һәм төбәктең климат үҙенсәлектәрен күҙаллап һайлана.
– Беҙҙең бурыс – 2024 йылға юлдарҙың 85 процентын нормативтарға ярашлы хәлгә килтереү. Бының өсөн яңы технологияларҙы ҡулланабыҙ, – ти республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков.
Шулай уҡ Өфөләге Парк урамын ремонтлағанда һыуыҡ ресайклинг технологияһы ҡулланыласаҡ. Бында юл япмаһын алмаштырыуҙан тыш, коммуникацияларҙы үҙгәртеп ҡороу, тышҡы яҡтыртыу системаһын яңыртыу, өҫтәмә туҡталҡа урындарын будырыу күҙаллана. Шулай уҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе саралар күҙаллана – өҫтәмә юл билдәләре барлыҡҡа киләсәк һәм юл тамғалары һыҙыласаҡ.
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова