Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Милли проекттар
29 Апрель 2021, 05:18
Ухтомский урамын төҙөкләндерәләр
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә Ухтомский урамында ремонт башланды. Эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы башҡарыла. Төҙөкләндерелгән объекттың оҙонлоғо – 1,8 километр самаһы.
– Милли проект йәшәү өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыуға йүнәлтелә. Беҙҙең бурыс 2024 йылға ҡала агломерацияһындағы, шул иҫәптән Өфөләге юлдың 85 процентын норматив талаптарға ярашлы хәлгә килтереү, - тип белдерҙе Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Виктор Жульков.
Әле объектта әҙерлек эштәре бара. Атап әйткәндә, юлсылар иҫке асфальт ҡатламын ҡырып алыу менән мәшғүл. Ошо көндәрҙә подряд ойошмаһы юлды тигеҙләүгә, бордюр таштарын һүтеп алыуға тотонмаҡсы. Төҙөкләндереү барышында 3,8 мең квадрат метр майҙанда яңы тротуар булдырыу, шулай уҡ 3,6 мең квадрат метрҙағыһын ремонтлау, биләмәне йәшелләндереү планлаштырыла. Был эш тамамланғас, юл тамғаһы һалыу күҙаллана.
Әйткәндәй, ремонт барған осорҙа Ухтомский урамындағы юлдың ярты яғы ябыла. Шуға күрә был участкала транспорт хәрәкәтенең тотҡарланыуы ихтимал.
– Хәрәкәтте туҡтатмайынса ремонт яһап булмай, – тине Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Радмил Мөслимов. – Халыҡҡа урамды ябыу тураһында ҡала хакимиәте һәм яңылыҡтар сайтында хәбәр итәбеҙ. Милли проект нигеҙендә дөйөм оҙонлоғо 19 километрлыҡ туғыҙ юлды төҙөкләндерәбеҙ.
Муниципаль контракт буйынса объектта эш быйыл 15 сентябргә тамамланырға тейеш.
Фото:
ufacity.info/press/news/405396.html
Сығанаҡ:
https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/92539
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"