Күптән түгел Мәскәүҙә билбаулы көрәш буйынса Рәсәй кубогына ярыштар үткәрелде.
Сарала илдең 25 төбәгенән 224 спортсы ҡатнашты. Башҡорт көрәшселәре туғыҙ алтын, ике көмөш, 11 бронза миҙал яуланы. Чемпионаттың алтын миҙалдарын Алена Фәтихова (52), Камилла Елисеева (58), Юлия Зиновьева (66), Илфаҡ Ибәтуллин (57), Булат Мөхтәсимов (57), Артур Зөлҡәрнәев (75), Наил Мөхәмәтйәнов (90), Виталий Балянов (100), Дмитрий Балянов (100 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһы) яуланы.
Дмитрий Ларюков (68) менән Евгений Зыязов (75 килограмға тиерлек ауырлыҡ категорияһы) көмөш миҙалға лайыҡ булды.
Ләйлә Бәҙәмшина (66 килограмға тиерлек ауырлыҡ категорияһы), Светлана Федорова (76), Регина Басирова (76), Руслан Шәйнуров (62), Шамил Зарипов (82), Артур Зарипов (82), Рәзил Шабаев (68), Артем Иванов (100), Айҙар Кәримов (100), Илһам Миңнуллин (100), Рөстәм Исламов (100) бронҙал миҙал алды.
Ярыштар һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан командаһы беренсе урынға сыҡты. Ә бындай сараларҙың үткәрелеүе, яҡташтарыбыҙҙың спорт менән даими шөғөлләнеүе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” мили проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото: республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.