Польшала бөгөнгө шашка буйынса донъя чемпионы, яҡташыбыҙ Тамара Танһыҡҡужина менән ошо исемгә дәғүә иткән поляк спортсыһы Наталия Садовска араһында уйын бара.
Матч туғыҙ партиянан тора. Уларҙың һәр береһендә 12-шәр мәрәй уйнала. Әлегә иҫәп Польша спортсыһы файҙаһына – 20:16. Еңеүсе 54-тән ашыу мәрәй тупларға тейеш. Кисә ял булғайны, бөгөн көрәш дауам итә.
Донъя коронаһына ярыш 3 майҙа тамамланасаҡ. Яҡташыбыҙҙың халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы исеменә турнирҙа еңеүен теләйбеҙ!
Тамара Танһыҡҡужина - 1996 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, халыҡ‑ара шашка уйындары буйынса халыҡ‑ара гроссмейстер (2001), Рәсәй гроссмейстеры (1998), күп тапҡыр донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев ордены кавалеры (2001).
Шашка – логик фекерләү өсөн бик мөһим спорт төрө. Ә донъя кимәлендәге ярыштарҙа яҡташыбыҙҙың ҡатнашыуы үҙе мәртәбә. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты бурыстарын да тормошҡа ашырырға ярҙам итә.