Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Милли проекттар
27 Апрель 2021, 04:21
Китапхана әҙәбиәткә байыны
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Библиотөн-2021” акцияһы барышында Бишбүләк районының Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл модель китапханаһында “Йыһанға сәйәхәт” тигән сара уҙғарылды. Унда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижад кешеләре” төбәк проекты нигеҙендә һатып алынған ҡорамалдар менән таныштырҙылар.
Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл китапханаһы Башҡортостандың иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеларына ярҙам күрһәтеүгә республика конкурсында еңеүселәрҙең береһе булды һәм федераль ҡаҙнанан 100 мең һум һәм республика бюджетынан 13 мең һумдан ашыу финанс ярҙамы алды. Китапхана фонды төрлө тематикалағы 100-ҙән ашыу яңы баҫма менән тулыланды. Улар араһында милли, балалар, классик әҙәбиәт һәм “Һуғыш балалары” серияһына ҡараған китаптар бар. Эш өсөн шулай уҡ заманса ноутбук алғандар. Хәҙер китапхананың халыҡты ҡыҙыҡлы һәм файҙалы ял менән тәьмин итеү өсөн бөтә мөмкинлеге бар.
Фото:
srk.nationalpriority.ru/press_releases/91717
Сығанаҡ:
https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/91717
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"