Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
26 Апрель 2021, 04:36

Рөхсәт менән генә файҙаланырға мөмкин

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәт Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына 2030 йылдың 1 июленә тиклем “Йәшел Башҡортостан” тауар билдәһенә хоҡуҡ тураһындағы таныҡлыҡты бирҙе.
Тауар билдәһен теркәү һәм уны файҙаланыуға хоҡуҡ экологик проектты формалаштырыу, әүҙем популярлаштырыу мөмкинлеген бирә. Мәҫәлән, “Йәшел Башҡортостан” тауар билдәһе менән презентацияларҙы, күргәҙмәләрҙе һәм башҡа сараларҙы ошо хоҡуҡҡа эйә булғандың рөхсәте менән генә үткәреп буласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Йәшел Башҡортостан”, хәрәкәт булараҡ, 2014 йылда халыҡ, экология ирекмәндәре араһында экологик башланғысҡа ярҙам итеү өсөн барлыҡҡа килгәйне. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото: республиканың Тәбиғтәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас