Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
24 Апрель 2021, 06:39

Утты туҡтат!

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Йыл һайын Башҡортостан федераль янғынға ҡаршы “Утты туҡтат!” акцияһына ҡушыла.
Был сараның маҡсаты – тәбиғәттә кеше тарафынан сыҡҡан янғындарҙы булдырмау, ҡоро үләндең янып китмәүен тәьмин итеү.
Яҙ етеү, ҡар әрселеү менән үләндәрҙең, шул иҫәптән урмандың яныуы күҙәтелеүсән. Ошондай аяныслы сараларҙы булдырмауҙың бер юлы – тәбиғәт ҡосағында янғынды булдырмау тураһында иҫкәртеү. Янғынға ҡаршы кампанияны республиканың Урман хужалығы министрлығына ҡараған урмансылыҡтар тәьмин итә. Шулай итеп, Стәрлетамаҡ урман хужалығы һәм Урмансылыҡтарға идара итеү идаралығының Стәрлетамаҡ районы буйынса бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре Стәрлетамаҡ районы урта дөйөм белем биреү ойошмаларында “Утты туҡтат!” темаһы буйынса тематик дәрес үткәрҙе. Уҡыусылар менән әңгәмә рәүешендә урмансылар кипкән үләндәрҙе яндырыуҙың кеше һәм тәбиғәт өсөн зыянлы, ошондай осраҡта нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында һөйләне.
– Урманда янғынды булдырмау өсөн иҫкәртеү сараларына айырым иғтибар бүлергә кәрәк. Был эштәге иң төп йүнәлештәрҙең береһе – балаларға экологик тәрбиә биреү, урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү, - тип белдерҙе Стәрлетамаҡ урман хужалығы директоры Салауат Фәритов.
Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.
Фото: республиканың Урман хужалығы министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас