Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
24 Апрель 2021, 06:45

“Ғәскәровсылар” Кавказда сығыш яһай

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Һуңғы тиҫтә йыл дауамында Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле тәүге тапҡыр Төньяҡ Кавказ төбәгенә гастролгә юлланды.
Рәсәй ҡалалары буйлап үткән ҙур турнены “РОСКОНЦЕРТ” дәүләт мәҙәниәт учреждениеһы "Беҙ – Рәсәй” программаһына ярашлы ойоштора. Концерт Фәйзи Ғәскәров мираҫының алтын фондына ингән башҡорт халыҡ бейеүе “Зарифа” менән асыла. Шулай уҡ тамашасылар иғтибарына легендар “Ете ҡыҙ” бейеүе тәҡдим ителәсәк. Гастролдәр алдынан ансамбль репертуарын яңы бейеүҙәр менән дә байытҡан, мәҫәлән, Алексей Шишкин ҡуйған “Русь” хореография композицияһы – шулар иҫәбендә.
Кавказ халҡына тәғәйен күстәнәстәр ҙә бар: Адыгей Республикаһының “Нальмэс” дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең баш балетмейстеры һәм етәксеһе Аслан Хаджаев ҡуйған “Адыгей удждары” бейеүе урындағы халыҡ күңеленә хуш килер, моғайын.
22 апрелдән 30-ына тиклем Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Волгоград, Әстрхан, Ставрополь, Майкоп, Пятигорск, Грозный, Махачкала ҡалаларында сығыш яһаясаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәҙәниәт” милли проекты ил төбәктәре араһындағы мәҙәни бәйләнеште нығытыуҙы, хеҙмәттәшлекте арттырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя.
Фото: gaskarov-ensemble.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас