Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
24 Апрель 2021, 06:47

Музейҙарға яңы аудитория йәлеп ителәсәк

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ысынбарлыҡ менән тулыланған технологиялы мультимедиа-гидтарҙы булдырыу буйынса дәүләт һәм муниципаль кимәлдәге музейҙарҙың күргәҙмә проекттары араһында еңеүселәр һайлап алынды.
Республика Мәҙәниәт министрлығының мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, еңеүселәр исемлегендә Башҡортостандың милли әҙәбиәт музейы ла бар.
Уның функционалына ысынбарлыҡ менән тулыланыуҙы тәьмин итеү, инглиз телендәге версия һәм аудиогид форматы инә. “Үҙенсәлекле формат музейға яңы аудиторияны йәлеп итәсәк һәм мәҙәниәт тармағында һанлы ысынбарлыҡтың үҫешен көсәйтәсәк”, - тиҙәр мәҙәниәт ойошмаһында.
Мультимедиа-гидтарҙы булдырыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Артефакт платформаһында йыл әйләнәһенә экспозицияларҙың ҡараламаһын төҙөргә һәм “Мәҙәниәт” милли проектына заявкалар бирергә мөмкин.
Билдәле булыуынса, "Мәҙәниәт" милли проекты "Мәҙәни мөхит", "Һанлы мәҙәниәт", "Ижад кешеләре" федераль проекттарынан тора.
Фото: “Башинформ”.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас