Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Милли проекттар
23 Апрель 2021, 04:22
Өфө – Павловка юлын төҙөкләндерәләр
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Иглин районында Өфө–Иглин–Ҡыҙылъяр–Павловка төбәк трассаһының дүрт километрлыҡ участкаһын төҙөкләндерә башланылар. Эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты аҡсаһына башҡарыла.
Объектта иҫке асфальт ҡатламын ҡырып алыу, юлдың өҫтөн тигеҙләп, яңы асфальт түшәү, термопластик һәм буяу менән юл тамғаларын һалыу планлаштырыла.
Был юл участкаһын быйыл сентябрҙә файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйҙәр. Ошо маҡсатҡа 40 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.
Мәғлүм булыуынса, милли проект нигеҙендә эш шулай уҡ Благовещен һәм Шишмә райондарындағы төбәк юлдарында башланған. Республика буйынса дөйөм алғанда, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, дөйөм оҙонлоғо 300 километрҙан ашыу тәшкил иткән 237 объектты төҙөкләндереү ҡарала.
Фото: transport.bashkortostan.ru/presscenter/news/361609/
Сығанаҡ:
СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"