Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
21 Апрель 2021, 04:21

Төпкөлгә лә интернет килде!

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Белорет районының төпкөл ауылдары Ноҡат һәм Арышпарҙағы социаль объекттар биналарына юлдаш элемтә станциялары урынлаштырылды. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, “Ростелеком”дың филиалы РТКОММ компанияһы уларҙы Ноҡатта – мәктәптә, ә Арышпарҙа фельдшер-акушерлыҡ пунктында ҡуйҙы.
Ике ауылда ла телекоммуникация инфраструктураһы һәм тотороҡло мобиль элемтә юҡ. Ә хәҙер бында йәшәгән халыҡ тиҙлекле интернет бәйләнеше мөмкинлектәренән файҙалана аласаҡ - электрон почтаны тикшерергә, хат ебәрергә, социаль селтәрҙәрҙә аралашырға, онлайн рәүештә тауарҙар һәм хеҙмәттәрға заказ бирергә.
– Заманса юлдаш эшләнмәләре арҡаһында төпкөл биләмәләрҙә элемтә хеҙмәттәренән файҙаланыу ауырлыҡтары артта ҡала, ә был халыҡтың йәшәү шарттары сифатының үҫеүенә булышлыҡ итә. РТКОММ компанияһы ярҙамында Белорет районының алыҫ ауылдарында мәктәптә, фельдшер-акушерлыҡ пунктында, теләгән кешеләрҙең йорттарында интернет барлыҡҡа килде, – тине район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.
Фото: www.youtube.com/watch?app=desktop&v=bikE7F_A7xc
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас