Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
21 Апрель 2021, 04:20

Етем балаларҙың һөнәре бар

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Бөрө ҡалаһындағы етем балалар һәм ата-әсә ҡарауынан мәхүм балаларҙың “Феникс” ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгенең сығарылыш тәрбиәләнеүселәре ошо көндәрҙә һөнәри белем алыу тураһында тәүге документтарын ҡулға алды. 20 ҡыҙ һәм егет киләсәктә уҡыуҙарын ошо йүнәлештә йәки башҡа өлкәлә дауам итә, шулай уҡ кәрәкһә әле үк эшкә урынлаша ала.
Был һөнәри белем хаҡындағы сертификат ошондай мөмкинлек тә бирә. Учреждение педагогтарының “Изге эштәр бюроһы” хәйриә фонды менән берлектә башҡарған проекты “Уңышлы киләсәк” тип атала.
Бөрө ҡалаһында старт алған балалар йорттары тәрбиәләнеүселәрен һөнәрҙәр донъяһы менән таныштырыу, уларҙы хеҙмәт нигеҙҙәренә һәм йүнселлеккә өйрәтеү буйынса “Эшҡыуарлыҡ-остазлыҡ” проектының тәүге этабы ла тап ошо үҙәк балалары ҡатнашлығында үткәйне. Унда үҫмерҙәр аптека эшмәкәрлеге һәм фармацевт һөнәре менән танышҡайнылар.
Бөтә был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына яуап бирә.
Фото: eparhiabirsk.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас