Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
20 Апреля 2021, 04:36

Поликлиника йөҙөн үҙгәртә

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Өфөнөң 43-сө поликлиникаһы “Тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеүсе медицина ойошмаһының яңы моделе“ проектын тормошҡа ашыра. Былтыр ул эшмәкәрлегенә һаҡсыл производствоның төрлө технологияларын индерҙе, пациенттар менән ҡатмарлы аралашыу процестарын ойоштороуҙы яйға һалды. Был эш айырыуса пандемия осоронда мөһимлеген раҫланы.
-Пандемия осоронда медицина ойошмаларының ғәҙәти моделе ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы, амбулатор звеноһы иңенә айырыуса көсөргәнешле эш ятты, - ти медицина учреждениеһының баш табибы Руслан Әхмәҙуллин. - Пациенттар һаны артты, медицина хеҙмәткәрҙәре етешмәне, кемдер сирләне - быларҙың барыһы ла поликлиника эшмәкәрлегенә тәьҫирле үҙгәрештәр индереүҙе тиҙләтте.
Поликлиникала армия хеҙмәтенә саҡырылыусыларҙы тикшереү барышын яңыртыу проекты эш башлаған, электрон документ әйләнеше индерелгән, ведомство-ара бәйләнеш үҙгәртеп ҡоролған. Белгестәр расписаниеһы электрон рәүештә алып барыла, пациенттарға шылтыратып иҫкәртеү мөмкинлеге булдырылған. Рентгенологик диагностиканың амбулатор үҙәге фильтр-бокстарға бүленгән, пациенттар ағымы айырымланған. Коронавирус менән сирле пациенттарҙың хәлен ситтән тороп күҙәтеү һәм мәғлүмәт ярҙамы биреү өсөн телемедицина үҙәге асылған. Был саралар поликлиниканың эшен тәьҫирле ойошторорға, пандемия осоронда халыҡҡа ваҡытлы ярҙам күрһәтергә булыша.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, тәүге медицина ярҙамынан һәр кемдең файҙалана алыу мөмкинлеген арттырыу, медицина ойошмаларында кадрҙар ҡытлығын бөтөрөү, медицина учреждениеларын заманса технологиялар менән ҡоралландырыу бурыстары ҡуйылды.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас