Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
20 Апрель 2021, 04:30

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырғанда закон үтәләме?

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә хоҡуҡ тәртибен булдырыу буйынса даими эшләгән координация кәңәшмәһе ултырышын үткәрҙе.

Унда милли һәм федераль проекттарҙы тормошҡа ашырған саҡта закон боҙоуға юл ҡуймау саралары ҡаралды. Кәңәшмәлә хоҡуҡ һаҡлау, контроль-күҙәтеү органдары, профилле министрлыҡ-ведомстволар етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты.
Кәңәшмәне асып, Радий Хәбиров быйыл милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 26,5 миллиард һум аҡса ҡаралғаны һәм уның 18,2 миллиард һумы федераль бюджеттан икәнлеге хаҡында әйтте.
- Квартал һайын беҙ Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленә отчет биреп торабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, милли проекттарҙы тормошҡа ашырған саҡта етешһеҙлектәр бар. Айырыуса был “Демография”ға ҡағыла, - тине Башҡортостан Башлығы. – Ултырыш һөҙөмтәләре буйынса уларға юл ҡуймау өсөн өҫтәмә иҫкәртеү саралары әҙерләүҙе һорайым.
Шулай уҡ, Радий Фәрит улы белдереүенсә, быйыл ғинуар айында Башҡортостан милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы телгә алыу буйынса Рәсәйҙә медиарейтингта беренсе урын алған.
- Беҙ халыҡҡа был турала ваҡытында тулы мәғлүмәт бирәбеҙ. Улар милли проекттарға ярашлы нимәләр төҙөлгәнен һәм ниндәй саралар башҡарғанды белеп тора, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан прокуроры Владимир Ведерников белдереүенсә, былтыр күҙәтеү ведомствоһы был өлкәлә 250 закон боҙоу осрағын асыҡлаған. Ете енәйәт эше ҡуҙғатылған.
"Ошоға тиклем Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ, Өфө районының Зубов ауылдарында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы биҫтәлә балалар баҡсалары файҙаланыуға тапшырылмаған, - тине прокурор. – Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы биҫтәлә 1225 урынлыҡ мәктәп төҙөгән саҡта башҡарылмаған эш өсөн күп миллионлап аҡса түләнгән. Шулай уҡ Өфөнөң Дим биҫтәһендә, Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ауылындағы мәктәптәр төҙөлөшөндә лә ошоноң кеүек етешһеҙлектәр бар. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылды".
Йылайыр районында 2019 йылда мәктәп уҡыусылары өсөн заманса ҡорамалдар, йыһаздар һәм һанлы техника алынған. Әммә улар был әйберҙәрҙе файҙаланмаған. Сәбәбе – уҡытыуҙың тейешле программаһы эшләнмәгән, ә уҡытыусылар уҡымаған.
"Милли проекттарҙы тормошҡа ашырған саҡта законды үтәү – беҙҙең дөйөм бурыс, уны барыһы ла үтәргә тейеш", - тине Владимир Ведерников.
Радий Хәбиров милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы профилле ведомстволарҙың эшенән ҡәнәғәт ҡалманы. Ул Премьер-министр Андрей Назаровҡа һәр етешһеҙлекте ентекләп өйрәнергә, хәлде төҙәтеү өсөн саралар күрергә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас