Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
19 Апрель 2021, 05:01

Тайыштабандар уянған

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркында айыуҙар уянған.
Был аҙнала республикабыҙҙағы “Мораҙым тарлауығы”нда йоҡонан уянған айыуҙарҙың эҙҙәре күренгән. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы буйынса Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы хәбәр иткән.
Парктың өлкән инспекторы Юрий Нефедов тайыштабандарҙың ҡарҙағы эҙен фотоға төшөргән.
– Көндәлек рейд ваҡытында, иртән, эҙҙәр табылды. Үткән йыл менән сағыштырғанда, айыуҙар бер аҙнаға алдараҡ уянған. Паркта йылы һәм тиҙҙән ҡар иреп бөтәсәк. Был тәбиғәт шарттары тайыштабандарҙы йоҡонан яутыусан, - тип белдергән Д. Нефедьев.
Әле паркта 30-ға яҡын айыу йәшәй. “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы етәкселеге шәхси хәүефһеҙлек сараларын күрергә һәм тәбиғәт парктарын ҡарау ҡағиҙәләрен үтәүҙе саҡыра. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото: республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас