Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
19 Апрель 2021, 04:21

Үпкәне таҙартыусы аппарат алынды

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Асҡын районының үҙәк дауаханаһына паллиатив медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән механик инсуффлятор-аспиратор алынды. Был заманса инновацион ҡорамал бер нисә эш режимына эйә, тын алыу юлдарынан лайланы сығарыу өсөн тәбиғи йүтәлде барлыҡҡа килтерә.
- Был прибор йүтәл рефлексы йомшарған йәки бөтөнләй булмаған пациенттар өсөн уңайлы, - ти дауахананың баш табибы Артур Ғәлиуллин. - Генетик тайпылыштар һөҙөмтәһендә тын алыу мускулатураһы атрофияһы, арҡа мейеһенең дегенератив сирҙәре, имгәнеүҙәр һәм арҡа мейеһе шештәре барлыҡҡа килгән осраҡтарҙа яңы аппарат ярҙамға киләсәк.
Үпкәне таҙартыусы ҡорамал хәүефһеҙ һәм тәьҫирле. Үпкәне лайлалы матдәләрҙән таҙартыу пациенттың хәлен яҡшыртыуға булыша һәм сәләмәтлек өсөн зарарлы эҙемтәләрҙән арындыра, пневмония үҫешен, бронхиттарҙы, йөрәккә көс төшөүен иҫкәртә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға тиклем халыҡтың тәүге медицина – санитар ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу, медицина ойошмаларын заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу, кадрҙар ҡытлығын бөтөрөү бурысы ҡуйылған.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас