Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Милли проекттар
18 Апрель 2021, 06:09
Яңыртылған мәктәпте түҙемһеҙлек менән көтәләр
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Бәләбәй районының Приют эшселәр ҡасабаһындағы 2-се балалар сәнғәт мәктәбендә күләмле эш дауам итә. Уҡыу йорто Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы яңыртыла. Мәктәпте капиталь ремонтлауға 38 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Бинаны төҙөкләндереүгә быйыл март аҙағында тотонғайнылар. Әле боҙоу-ҡутарыу эштәре тамамланып килә. Мәктәп хакимиәтенән белдереүҙәренсә, төҙөүселәр өрлөктәрҙе һүтеп алған, тәҙрәләрҙе алмаштырыуға тотонған, электр үткәрергә һәм янғындан һаҡлау ҡулайламаларын ҡуйырға әҙерләнә, өсөнсө ҡаттың стеналарын йөҙләй.
“Эштең киләһе этабын башлау – электр сымын һуҙыу, йылытыу системаһын алмаштырыу өсөн кәрәкле материалдар һатып алынды. Ҡыйыҡты һүтә башланылар. Июндә бинаның эсендә эш башларға ниәтләйҙәр. Бөтә ғәмәлдәр графикка ярашлы башҡарыла. Балаларҙың яңыртылған бинала уҡый башлауын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ”, – ти сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/88351
Сығанаҡ:
СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"