Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
17 Апрель 2021, 07:02

Йылҡысылыҡты үҫтереүгә ярҙам алалар

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан Айгиз Вәлиев бала саҡтан аттар менән мауыға. Ә үҙенең крәҫтиән (фермер) хужалығын теркәгәненә ике йыл. Хужалығын үҫтереүгә дәүләт ярҙамы – өс миллион һумлыҡ грант алыуға өлгәшә ул. Хәҙер ир-егеттең йылҡы һаны 29 баштан 49-ға тиклем еткән.
Былтыр Айгиз һәм уның ҡатыны ҡымыҙ етештереүгә тотонған. Хәләл ефете хужалыҡта үҙе бухгалтер, үҙе һауынсы икән. Ә хужа ат сабыштарында ла ҡатнаша. Бер йыл элек "Терра Башҡортостан" турниры этабында район намыҫын яҡлап сығыш яһай һәм өсөнсө урынды яулай. Ауылдаштарына техника менән ярҙам итә, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.
Быйыл республика грантына Белорет районынан һигеҙ фермер дәғүә итә. Әле проекттарҙы әҙерләү һәм яҡлау осоро бара, ул май аҙағына тиклем дауам итә.
Был эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы бойомға ашырыла. Уның маҡсаты – Рәсәйҙә төрлө яҡлап эшҡыуарлыҡ мөхитен яҡшыртыу, 2024 йылға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән кешеләр һанын 25 миллионға еткереү.
Фото https://vk.com/id271443853
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас