Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
17 Апрель 2021, 07:00

Ауылдарға интернет үткәрелә

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Хәйбулла районының Маҡан, Баймаҡ районының Аҡморон, Йомаш, Мәләүез районының Нордовка, Бүздәк районының Йондоҙло ауылдарында 4G яңы станциялары ҡуйылды. Уларҙа 130-ҙан 2 мең 500-гә тиклем кеше йәшәй.
– Интернет күптән күп функциялы, унһыҙ тормошто һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген күҙ алдына килтереп булмаған мөхиткә әйләнде. Башҡортостанда мобиль япманы киңәйтеү даими атҡарыла, база станциялары ҡуйыла, булған ҡорлмалар заманлаштырыла, - тип хәбәр итте республиканың дәүләт идара итеүенең һанлы үҫеше министры урынбаҫары Рөстәм Хәмәтвәлиев.
Хәҙер алыҫтағы райондарҙа йәшәгәндәр ҙә мобиль селтәрҙәге заманса һанлы хеҙмәтләндереүҙән файҙалана аласаҡ.
Былтыр сымһыҙ бәйләнеш һәм селтәрһеҙ интернет сигналы сифатын яҡшыртыу өсөн республикала LTE стандартына тиклем ике мең база станцияһы ҡуйылған һәм яңыртылған, шул иҫәптән быға тиклем сымһыҙ бәйләнеш булмаған 30 ауылда. Республиканың 250 һәм унан да күп халыҡ йәшәгән ауылдары 2024 йылға тиклем тулыһынса сымһыҙ бәйләнеш һәм интернет селтәре менән тәьмин ителергә тейеш.
“Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү” федераль программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Фото: pravitelstvorb.ru
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас