БАШҠОРТОСТАНДА “БАШҠОРТ ИХАТАЛАРЫ” ЙОРТ ЯНЫ БИЛӘМӘЛӘРЕН КОМПЛЕКСЛЫ ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕҮ ПРОГРАММАҺЫ БУЙЫНСА БЫЙЫЛҒЫ ЭШТӘР 180 КҮП ФАТИРЛЫ ЙОРТТАН ТОРҒАН 140 ИХАТА БИЛӘМӘҺЕН ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕҮҘӘН БАШЛАНДЫ ЛА ИНДЕ. АЙЫРЫУСА БАШ ҠАЛА ӨФӨГӘ БАҪЫМ ЯҺАЛА (БЫНДА 17 ИХАТА БИЛӘМӘҺЕ РЕМОНТЛАНА), УНЫҢ 450 ЙЫЛЛЫҒЫН БАЙРАМ ИТЕҮГӘ ӘҘЕРЛЕК БАРА.
Ағымдағы йылда түбәндәге эш күләме күҙаллана:
272,1 мең квадрат метр майҙанда асфальт түшәү, шул иҫәптән 56,4 мең квадрат метрҙа туҡталҡа урындарын булдырыу, 131,8 мең квадрат метр ихатаға илткән юл һәм 93,7 мең квадрат метр тротуар һалыу.
27,8 мең квадрат метр резина япмаһы булған 125 балалар һәм спорт майҙансығын урынлаштырыу.
783 эскәмйә, 690 сүп йәшниген урынлаштырып һәм 839 яҡтыртҡыс ҡуйып, заманса ял итеү урындары булдырыу.
87,6 мең квадрат метр майҙанға тиклем газондар булдырыу.
Быйылғы дизайн проекттарының уҙған осорҙағы проекттарҙан айырылып тороуын билдәләргә кәрәк. Уларҙың һәр береһе ижади ҡараш яғынан үҙенсәлекле. Барлыҡ проекттар күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең тәҡдимдәрен иҫәпкә алып эшләнгән. Мәҫәлән, Учалы ҡалаһында ихата биләмәһе кәрәҙҙе хәтерләткән формаға эйә. Был, әлбиттә, бал, ҡояш һәм йәй менән сағыштырыла. Мәләүез ҡалаһында ихата биләмәһе проекты кристалдарҙы хәтерләткән эстетик күренеште һынландыра. Шул рәүешле проекттың образлы маҡсаты – билдәле Мәләүез шәкәр заводы эшмәкәрлеген һыҙыҡ өҫтөнә алыу.
Уҙған ике йылда Башҡортостанда 780 ихата биләмәһе төҙөкләндерелде. Бөтә был эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты һәм “Башҡорт ихаталары” төбәк программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова