Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
14 Апрель 2021, 04:18

Юлдар талаптарға яуап бирәсәк

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Кисә республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыуға арналған брифинг үтте.
Сарала транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков, республиканың Юл хужалығы идаралығы етәксеһенең федераль программалар буйынса урынбаҫары Азамат Тайыпов, Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Юрий Тротт, баш ҡала хакимиәтенең төҙөлөш, юл ремонты һәм яһалма ҡоролмалар буйынса идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡарыусы Константин Паппе, Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе Рөстәм Баязитов ҡатнашты.


Виктор Жульков, заманса, уңайлы, ышаныслы транспорт инфраструктураһын булдырыу — Рәсәй Президенты Владимир Путин юлсылар алдына ҡуйған төп бурыстарҙың береһе, тип билдәләне. Уны тормошҡа ашырыуҙың төп ҡоралы – 2019 йылдан тормошҡа ашырыла башлаған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты. Ул 2030 йылға тиклем дауам итәсәк.
"Милли проект уңайлы һәм хәүефһеҙ йәшәү мөхите булдырыуға йүнәлтелгән. Төп маҡсат – 2024 йылға эре ҡала агломерацияларында норматив талаптарға тура килгән юл селтәре кимәлен 85 процентҡа еткереү. 2025 йылдан мөһим төбәк юлдарында ла ошо уҡ кимәлгә етеү мөһим", - тине министр.
Өфө лә милли проектты тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. 2021 йылда ошоға ярашлы йәмғеһе 19 километр оҙонлоғонда туғыҙ участка ремонтланасаҡ. Унан тыш, күп капитал индерелгән проекттар ҙа тормошҡа ашырылыуын дауам итә. 2021 йылда Галле, Һәҙиә Дәүләтшина, Парк урамдарында капиталь ремонтты тамамлау планлаштырыла. Стәрлетамаҡта 2021 йылда милли проект нигеҙендә 13 автомобиль юлы ремонты ҡаралған.
Республика Юл хужалығы идаралығы етәксеһенең федераль программалар буйынса урынбаҫары Азамат Тайыпов милли прокттың үҙенсәлектәре менән яҡынданыраҡ таныштырҙы. Мәҫәлән, “Төбәк һәм урындағы юлдар селтәре” проектына ярашлы быйыл төбәк кимәлендәге норматив талаптарға яуап биргән автомобиль юлдары кимәлен 55,6 процентҡа тиклем арттырырға ниәтләйҙәр, ҡала агломерацияларында иһә был күрһәткесте 71,92 процентҡа еткерергә планлаштыралар.
Ғөмүмән, быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы Башҡортостанда дөйөм оҙонлоғо 300 километр тәшкил иткән 173 төп объектта планлаштырған эштәрҙе башҡарасаҡтар. Сараларҙы тормошҡа ашырыуға йәмәғәтселек тә әүҙем йәлеп ителә. Мәҫәлән, былтыр йәмәғәт советтары ағзалары милли проект нигеҙендә ремонтланған Благовещен - Павловка юлын тикшергән, 2019 йылда ремонтланған баш ҡала, Стәрлетамаҡ ҡалаһы юлдары торошон баһалаған. “Халыҡ – төп контролер: унан бер ниҙе лә йәшереп булмай”, – ти Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Юрий Трот.
Брифингта ҡатнашыусылар журналистарҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе. Улар башҡарылған эштәрҙең сифатына, эре юл-төҙөлөш проекттарын тормошҡа ашырыу ваҡытына, уңайлы мөхит булдырыуға ҡағылышлы булды. Виктор Жульков “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектының ваҡытында тормошҡа ашырыла барыуын, бәғзе юл эштәренең планлаштырылғандан алдараҡ тамамланасағын белдерҙе.

Фото: pravitelstvorb.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас