Республикабыҙҙың баш ҡалаһында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар барлыҡҡа килеү нормативтарын билдәләү буйынса миҙгелгә ярашлы тикшереүҙәр бара. Бындай тикшеренеүҙәр халыҡ һәм юридик шәхестәр тарафынан күпме ҡалдыҡтар барлыҡҡа килеүен объектив рәүештә билдәләү өсөн кәрәк.
Был эште Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре ойоштора. Сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Экология” милли проекты ҡуйған бурыстарға, ошоноң нигеҙендә булдырылған “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын булдырыу” федераль проектының маҡсаттарына яуап бирә.
Сүп-сар реформаһы башланғас, күп кенә эшҡыуарҙар, ябай халыҡ, йәмәғәт ойошмалары ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары барлыҡҡа килеү нормаларының дөрөҫ иҫәпләнмәүенә бәйле ризаһыҙлыҡ белдергәйне. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 40 төрлө категория буйынса ҡалдыҡтар барлыҡҡа килеү нормативтарын ҡайтанан ҡарау өсөн подрядсы ойошма менән килешеү төҙөгәйне.
- Был эштәр халыҡ һәм юридик шәхестәр тарафынан күпме күләмдә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары барлыҡҡа килеүен мөмкин тиклем объектив билдәләү өсөн кәрәк, - тип билдәләне Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Нияз Фазылов. – Әлбиттә, халыҡ контейнерҙарҙа күпме сүп-сар йыйыла, шуға ярашлы аҡса түләргә тейеш.
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар барлыҡҡа килеү нормативтарын билдәләү буйынса миҙгелгә ярашлы тикшереүҙәр апрель-май айҙарында үтә.
Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.