Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
12 Апрель 2021, 04:16

Аңлап ҡабул итеүҙе һорайҙар

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфө ҡалаһында Комсомол урамын төҙөкләндереү дауам итә. Объект юл хужалығы тармағында һуңғы йылдарҙа иң ҙуры булып һанала. Уны өс йыл эсендә тамамларға тейештәр.
Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, 2021 йылдың 2 авгусына тиклем Комсомол урамының тағы бер участкаһы ябыласаҡ. Һүҙ СССР-ҙың 50 йыллығы урамынан алып Рязань урамына тиклемге өлөшө тураһында бара. Бында төҙөкләндереү дауам итәсәк.
Билдәле булыуынса, был урамда төҙөкләндереү эштәре 2019 йылда уҡ башланғайны. Төҙөүселәр 3,84 километрлыҡ участканы яңынан һала тиһәң дә була. Ул Һәҙиә Дәүләтшина бульварынан башлана һәм Урман техникумы урамына тиклем дауам итә.
Ҡала властары хәбәр итеүенсә, урамдарҙы хәрәкәт өсөн ябыу этаплап бара. Октябрь проспектының дублеры булған Комсомол урамы “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса ремонтлана. Билдәле булыуынса, милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланғайны.
Өфө ҡалаһы хакимиәте урындағы халыҡтан һәм ҡунаҡтарҙан был сикләүҙәргә аңлап ҡабул итеүҙе һорай.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас