12 апрелдә Башҡортостанда “Йәш профессионалдар (Wordskills Russia)” милли чемпионатының IX финалына һайлау ярыштары башланасаҡ.
Унда Рәсәй Федерацияһының 40 төбәгенән конкурсанттар һәм эксперттар ҡатнашасаҡ. Ике белем биреү ойошмаһы – Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы - “1С платформаһында бизнес өсөн ИТ-ҡарарҙар”, Стәрлетамаҡ күп профилле профессиональ колледжы “Мәғлүмәт кабель селтәрҙәре” платформаһында ҡатнашыу майҙансыҡтарына әйләнәсәк.
Башҡортостандан “Йәш профессионалдар (Wordskills Russia)” милли чемпионатының IX финалына ҡатнашыу өсөн 82 конкурсант үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ. Ә сарала еңеп сыҡҡандар быйыл 21-26 июлдә Өфөлә үткәреләсәк “Йәш профессионалдар (Wordskills Russia)” милли чемпионатының IX финалында ҡатнашасаҡ. Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.
Фото: республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы.