“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусылар өсөн өҫтәмә ярҙам сараһы эшләнә. Был турала республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов белдерҙе.
Һөйләшеү Өфөлә ВДНХ-ЭКСПО майҙансығында үткән Рәсәй сәнәғәт форумына ярашлы “Сәнәғәттә хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу: саҡырыуҙар һәм мөмкинлектәр” секцияһында барҙы.
"Башҡортостан Башлығы ҡарары менән республика бюджетынан етештереүҙе модернизациялауға һәм киңәйтеүгә бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн субсидия биреү планлаштырыла. Ярҙамға предприятиеһында ағым-үрнәк булдырылғандар өмөт итә ала. Субсидия тотонолған сығымдарҙың дөйөм суммаһының 30 проценты булыр тип күҙаллана, тик биш миллион һумдан артмаҫҡа тейеш", – тине Айрат Фәхретдинов.
Уның билдәләүенсә, был ярҙам төрөн Башҡортостан Хөкүмәте менән кәрәкле норматив акттарҙы раҫлағас файҙаланып буласаҡ. Әле улар килешеү стадияһында.
"Бөгөн хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу илдең стратегик өҫтөнлөгө булып тора һәм милли проект булып раҫланды. Уны һөҙөмтәле тормошҡа ашырыуҙың төп күрһәткесе булып предприятиелар һаны иҫәпләнәсәк. Былтыр унда республиканың 106 предприятиеһы инде, барыһы ла дәүләт ярҙамының бөтә төрҙәренә дәғүә итә ала", – тине министр урынбаҫары.
Был милли проектта ҡатнашҡан предприятиелар федераль һәм төбәк компетенция үҙәктәре эксперттары ярҙамында хеҙмәт етештереүсәнлегенә һаҡсыл етештереү ҡоралдарын индерә. Төп эштәр предприятие майҙансығында башҡарыла. Эксперттар үҙ бурысын тамамлағас, предприятие эсендә улар әҙерләгән эске тренерҙар тороп ҡалып, артабан был йәһәттән эште дауам итә.
Милли проектта ҡатнашыусыларға ҡаралған адреслы ярҙамдан тыш, предприятиены үҫтереү өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән системалы саралар комплексы ла эшләнгән. Улар араһында 50 миллиондан 300 миллион һумға тиклем ташламалы займ алыу, һалым өҫтөнлөктәре һәм башҡалар бар.
"Түңәрәк өҫтәл" барышында Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының Етештереүсәнлекте үҫтереү үҙәге директоры урынбаҫары Наталья Новгородова “Етештереүсәнлек лидерҙары” тип аталған идара итеү кадрҙарын әҙерләү программаһы менән таныштырҙы һәм республика предприятиеларының унда нисек ҡатнаша алыуын аңлатты.
"Башҡортостан – “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын һәм “Етештереүсәнлек лидерҙары” программаһын тормошҡа ашырыу буйынса илдә лидерҙар араһында. Бөгөн программаға 33 предприятие инде. 141 етәксегеҙ уҡыуҙы тамамланы ла, 52 кеше әле белем ала, тағы алтау уҡыу өсөн ғариза тапшырҙы. Республика компанияларының дөйөм тырышлығы менән хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү өсөн 21 “тере” проект эшләнгән", – ине Наталья Новгородова.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.