Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
10 Апрель 2021, 07:00

Ветерандар һаулығы - табиптар күҙәтеүендә

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Демография” милли проектының ” Өлкән быуын” проектына ярашлы, Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылау алдынан Ауырғазы үҙәк район дауаханаһы табиптары һуғыш һәм тыл ветерандарының сәләмәтлек торошон тикшереү буйынса иҫкәртеү сараларын үткәрә башланы.
Табиптар бригадаһы район биләмәһендә йәшәгән һуғыш ветерандары һәм инвалидтарының өйҙәрендә булып, диспансер күҙәтеүен ойошторҙо, ҡан анализдарын алды, электрокардиограмма яһаны. Ветерандарҙың бөтәһенә лә амбулатор дауа билдәләнде. 9 майға тиклем һуғышта һәләк булған яугирҙәрҙең ҡатындарын һәм тыл ветерандарын дауалау-иҫкәртеү сараларына йәлеп итеү планлаштырыла.
-Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Беҙҙең бурыс- арабыҙҙан киткән яугирҙәрҙең иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлау һәм әле эргәбеҙҙә булған ветерандарҙы ҡурсалау. Беҙ был акцияны йыл һайын үткәрәбеҙ, медицина тикшереүҙәре һөҙөмтәһе буйынса ярҙам күрһәтәбеҙ, ветерандарҙың сәләмәтлеген контролдә тоторға тырышабыҙ, - тип билдәләне дауахананың баш табибы Виталий Тарасов.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, милли проекттарҙы тормошҡа ашырғанда тәүге медицина ярҙамынан һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу, медицина ойошмаларында кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү бурысын үтәүгә ҙур иғтибар бирелгән. “Демография” проектының “Өлкән быуын” тип аталған өсөнсө өлөшө ололарҙың тормош сифатын системалы рәүештә күтәреүгә йүнәлтелгән.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас