Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡушыуы буйынса Өфө ҡалаһының 7-се балалар стоматология поликлиникаһы һирәк сирҙәргә юлыҡҡан балаларға ярҙам ойоштороу өҫтөндә эшләй. Буллез эпидермолиз – нәҫелдән күсеп килә торған тире сире, тән бәләкәй генә һытҡылар менән ҡаплана, аҙаҡ уларҙың урынында уңалмай торған эрозиялар барлыҡҡа килә. Бары дөрөҫ һәм комплекслы терапия ғына ауырыуҙың хәлен яҡшыртыуы мөмкин. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән был балаларға ла стоматология ярҙамы бик кәрәк.
Эшкә Республика клиник балалар дауаханаһы һәм “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” социаль технологиялар үҙәге лә ҡушыласаҡ. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова әйтеүенсә, 7-се поликлиника табиптары үҙенсәлекле балалар менән эшләүҙә ҙур тәжрибә туплаған.
-Улар үткән айҙа Ялта ҡалаһында үткән балалар стоматологтарының халыҡ-ара конгресында ҡатнашты. Стоматология ярҙамын ойоштороу буйынса Волга буйы федераль округының баш балалар табибы Әлфиә Хәмәҙиеваның консультацияһын алды. Быйыл май айында Мәскәүҙә Үҙәк ғилми-тикшеренеү стоматология институтында махсус уҡытыу ойоштороласаҡ,- тине етәксе.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы ойошторолған үҙенсәлекле балалар менән мөһим эшкә стоматологтар яҡын арала тотонасаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, кескәй пациенттарҙың сәләмәтлеген һаҡлау өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе, тәүге медицина ярҙамынан һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлеген тәьмин итеү, квалификациялы кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү- алда торған ҙур бурыс.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.