Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
10 Апрель 2021, 04:00

Бишенсе офиста йүнселдәр йыйылды

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Минең бизнесым” үҙәгенең Октябрьский ҡалаһындағы яңы офисында эшҡыуарҙар менән осрашыу булды.
Ҡала хакимиәтенең эшҡыуарлыҡты һәм ҡулланыусылар баҙарын үҫтереү бүлеге начальнигы Руслан Ғизәтуллин Социаль эшҡыуарлыҡ реестрына нисек инеү тураһында һөйләне. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, быйыл Иҡтисади үҫеш министрлығы социаль эшҡыуарҙарға грант рәүешендә 500 мең һумға тиклем ярҙам күрһәтеүҙе планлаштыра.
– “Социаль предприятие” статусын йыл һайын раҫларға кәрәк. Документтарҙы 1 майға тиклем ҡабул итәбеҙ, уларҙың исемлеге әллә ни ҡатмарлы түгел. Социаль эшҡыуарҙар реестрына инеү тәртибе һәм документтарҙың исемлеге менән Башҡортостандың Социаль өлкә инновациялары үҙәге сайтында танышырға була, – тине Руслан Ғизәтуллин.
Республиканың ҡала һәм райондарындағы йүнселдәргә уңайлы булһын өсөн грантҡа документтарҙы бизнес-шерифтар аша, “Минең бизнесым” үҙәге офистарында йәки электрон формала тапшырырға мөмкин.
Мәғлүм булыуынса, “Минең бизнесым” үҙәгенең Октябрьскийҙағы офисы быйыл 5 февралдә асылды.
Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/357430
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас