Өфөлә 9-сы ҡала дауаханаһының поликлиникаһы төҙөлә. Бина Ленин районының Затон биҫтәһендәге Әхмәтов, Осоусылар һәм Сержант Пашков урамдары сиктәрендәге кварталда төҙөлә. Майҙаны 13 мең квадрат метр булған поликлиника заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Бында сменаһына 900 тирәһе пациентты ҡабул итмәкселәр.
Яңы бина төп өс функциональ блоктан торасаҡ: өлкәндәр һәм балалар поликлиникаһы һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы. Проектҡа ярашлы, ошо блоктарҙың һәр береһе өсөн айырым инеү урыны ҡаралған. Шулай уҡ бында килгәндәр һәм өлкәндәр, балалар поликлиникаһы, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн лифттар барлыҡҡа киләсәк.
“Әле объектта монолитлы каркас эшләнә. Стеналар гидроизоляциялана, инженер системалары һәм йылытыу коммуникациялары һалына”, – тип белдергән генераль подрядсы ойошмаһының баш инженеры.
Поликлиниканы 2022 йылдың сентябрендә файҙаланыуға тапшырмаҡсылар. Тимәк, бында урындағы халыҡ сәләмәтлеген нығытыу, төрлө ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн мөрәжәғәт итәсәк. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” һәм "Демография" милли проекттары маҡсаттарын тормошҡа ашырасаҡ.