Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
9 Апрель 2021, 04:23

Быйыл 15 балалар баҡсаһы төҙөләсәк

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Социаль өлкә, демография сәйәсәте, ғаиләләргә ярҙам саралары ил өсөн мөһим, өҫтөнлөклө йүнәлештәр булып ҡала. Былтыр Рәсәй биләмәһендәге балалар баҡсаларында 120 меңдән ашыу урын барлыҡҡа килде. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған "Демография" милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда тыуым кимәлен күтәрергә, ғүмер оҙайлығын арттырырға һәм 2021 йылда балалар баҡсаһында сират проблемаһын хәл итергә йыйыналар.
- Республикала әүҙем рәүештә балалар баҡсалары төҙөү эше бара. 2021 йылға уларҙағы урындар дефицитын юҡҡа сығарырға ниәтләйбеҙ. Төбәктәге проекттарҙың үтәлешен даими рәүештә күҙәтеп барабыҙ һәм етешһеҙлектәр булған осраҡта тиҙ арала сара күрәбеҙ. Былар Рәсәй Президентының 204-се Указында билдәләнгән милли үҫеш маҡсаттарына өлгәшеү шарттары булып тора, - тигәйне Хөкүмәт вице-премьеры - республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов ҡышҡыһын Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылындағы балалар баҡсаһы төҙөлөшөн барып тикшергәндә.
Әйткәндәй, был балалар учреждениеһы төҙөлөшө яйға һалынды һәм объект йыл аҙағында сафҡа индерелер тип көтөлә. Республикала бөтәһе 15 балалар баҡсаһы һалыныр тип планлаштырыла. Өфө ҡалаһында иһә 2025 йылға тиклем 37 мәктәпкәсә балалар учреждениеһы төҙөләсәк. Әүҙем үҫкән биҫтәләрҙә 1836 урынға иҫәпләнгән алты балалар баҡсаһы проектланасаҡ һәм һалынасаҡ. Улар «Глумилин-3», «Затон-Көнсығыш», «Лента» (Кузнецов затоны), Онега урамы, 1, 8 Март ҡасабаһы адрестары буйынса урынлашасаҡ.
Олег Яровиков фотоһы, "Башинформ".
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас