Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Медицина ойошмаһының яңы моделе” проектын тормошҡа ашырыуҙа методик ярҙам күрһәтеү өсөн ҡалаларға һәм ауылдарға сыға. Ошо көндәрҙә улар Шаран үҙәк район дауаханаһында булды.
Проектта ҡатнашыусыға әҙерләнеү өсөн бер ай ваҡыт бирелә. Эш барышында һорауҙарҙың тыуыуы тәбиғи, ти белгестәр.Медициналағы “һаҡсыл поликлиника” терминын күптәр дөрөҫ аңлап етмәй, ул бер ҙә экономиялау төшөнсәһе менән бәйләнмәгән.Һаҡсыллыҡ идара итеүгә яңы ҡараш булдырыуҙы күҙ уңында тота. Шуның һөҙөмтәһендә эске процестарҙы яраҡлаштырыу иҫәбенә ойошманың тәьҫирле эшләүенә ирешергә мөмкин буласаҡ.
”Һаҡсыл поликлиника”ның бурысы - пациенттарҙың медицина ярҙамын тиҙерәк һәм сифатлыраҡ алыуында. Төп маҡсат - регистратураға, участка терапевтарына, тар белгестәргә сиратты көтөү ваҡытын өс- биш тапҡырға ҡыҫҡартыу. Бының өсөн пациенттарҙы ниндәй ярҙамға мохтажлыҡтарына ҡарап бүлеү, документтар әйләнешен һанлаштырыу, электрон сират ойоштороу, табиптарға онлайн-яҙылыуҙы индереү һәм башҡа сараларҙы тормошҡа ашырыу кәрәк. Кабинеттар һәм коридорҙар төрлө йәштәге ауырыуҙар, инвалидтар, балалар өсөн дә уңайлы булырға тейеш.
Быйыл проектҡа республиканың 20 медицина ойошмаһы ҡушылды. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға тиклем тәүге медицина ярҙамынан һәр кемдең файҙалана алыу мөмкинлеген арттырыу, медицина ойшмаларында кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү бурысы ҡуйылды.