Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
7 Апрель 2021, 04:07

Ит, сыр, туңдырма етештереү артҡан

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда аҙыҡ-түлекте етештереү 4,5 процентҡа артҡан. Быйыл Башҡортостан Республикаһында аҙыҡ-түлек етештереү индексы, 2019 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 104,5 процент тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта 82,5 миллиард һумлыҡ аҙыҡ-түлек етештерелгән. Был, 2019 йыл менән сағыштырғанда, 116,9 процент.
Быйыл ғинуар-февралдә 14,7 миллиард һумлыҡ продукция ташылған (2020 йыл менән сағыштырғанда, 115,1 процент). Бигерәк тә ҡош-ҡорт (2,4 тапҡыр), һыйыр һәм сусҡа ите (3,1 процент), үҫемлек майы (18,2 процент), сыр (14,6 процент), туңдырма (6,9 процент) һәм башҡа аҙыҡ-түлек етештереү күбәйгән.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ит етештереү күләме “Урал” ҡошсолоҡ комплексының сафҡа инеүенә бәйле артҡан.
Әйткәндәй, 2019 йылда республикала “Урал” ҡошсолоҡ комплексында (“Индюшкин” бренды аҫтында продукцияһын сығарған элекке М. Ғафури исемендәге ҡошсолоҡ комбинаты) ит етештереү туҡтап ҡалғайны. 2019 йылда етештереү активтарын ҡуртымға алыу хоҡуғы Мәскәүҙең “Урал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә бирелде. Ошо уҡ йылдың ноябрендә комплексҡа инкубация өсөн беренсе йомортҡалар килтерелде. Былтыр предприятие тулы ҡеүәткә эшләй башланы. Бер йыл эсендә унда 25 мең тоннанан ашыу ит етештерелде.
Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Агросәнәғәт комплексы үҫеше” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас