Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
7 Апрель 2021, 04:04

“Дуҫлыҡ бейеүен” бергәләп ҡарайыҡ

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн киске сәғәт 7-лә “Беҙ бергә” мәҙәни проекты сиктәрендә музыкаль тамаша була. “Донбасс” атҡаҙанған дәүләт академия йыр һәм бейеү ансамбле Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе менән берлектә тамашасыларға “Дуҫлыҡ бейеүе” тип аталған концерт программаһы тәҡдим итә.
Концерт Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһендә асылған виртуаль зал аша тапшырыла. Виртуаль зал концертты Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә онлайн тәртибендә ҡарау мөмкинлеген бирә.
Һәр ҡайһыһы үҙ төбәгенең мәҙәниәте менән таныштырған ике коллектив иң яҡшы музыкаль-хореографик өлгөләрҙе күрһәтә. “Донбасс” артистары – “Калинка”, “Рус бейеүе”, “Гопак”, “Сиған кибиткаһы”, ә Стәрлетамаҡтың бейеү театры коллективы “Башҡортостан”, “Бәйет” һәм башҡа композицияларҙы тәҡдим итә.
Тамашаны бөгөн киске сәғәт 7-лә https://youtu.be/kUudcaBTfp0 һылтанмаһы буйынса бушлай ҡарарға була.
Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас