Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Милли проекттар
5 Апрель 2021, 11:58
Дәрестәр һөнәр һайларға ярҙам итә
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Нуриман районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, дөйөм белем биреү мәктәптәренең VIII – XI класс уҡыусылары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проекты нигеҙендә ойошторолған “ПроеКТОриЯ” Бөтә Рәсәй асыҡ дәрестәр циклында ҡатнашты. Нуримандан 400-ҙән ашыу бала “Һөнәрҙәр шоуы” тип аталған проекттың тәүге сығарылышындағы асыҡ онлайн-дәресте ҡараны. Ул “иретеп йәбештереүсе” һөнәренә арналды.
“Һөнәрҙәр шоуы” тамашасылары викторинала белемен һынап ҡараны, “Иретеп йәбештереү технологиялары” буйынса етештереү кейсын үтәүҙәрен күҙәтте. Дәрестә командалар тәғәйен ваҡыт эсендә эскәмйә һәм арка рәүешендәге металл конструкцияны үҙаллы эшләне.
“Һөнәрҙәр шоуы” проекты “ПроеКТОриЯ” асыҡ дәрестәр тәжрибәһен иҫәпкә алып ойошторолған асыҡ онлайн-дәрестәргә ҡоролған, – тине Мәғариф идаралығы начальнигы Гөлнара Мырҙаҡаева. – Бындай дәрестәр балаларға теге йәки был профессия тураһында ентекле мәғлүмәт алырға, киләсәктә һөнәр һайларға ярҙам итә”.
Фото: nuriman.bashkortostan.ru/presscenter/news/356174/
Сығанаҡ:
СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"